Муниципальное казенное учреждение
ОТДЕЛ КУЛЬТУРЫ
администрации муниципального района
Архангельский район Республики Башкортостан

конкурс образцовой башкирской семьи

19 марта в Районном Дворце культуры прошел конкурс образцовой башкирской семьи.

Оҙондар ауыл биләмәһенән – Хабировтар ғаиләһе ҡатнашты. Ғаиләләр үҙҙәре менән таныштырыу, яратҡан спорт шөғөлөн, башҡорт халыҡ әкиәтен сәхнәләштереү, ижади номер күрһәтеү буйынса һынау тоттолар. Һәр ғаилә үҙҙәренә генә хас йолаларын, талантын, маһирлығын күрһәтте. Балаларҙың ихлас сығыштары тамашасыла һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо уятты.
Конкурс барышында яңғыраған ҡурай,гармун, баян, думбра моңдары конкурсанттарға, тамашасыларға дәрт, көс, илһам өҫтәне.

Конкурста Хабировтар ғаиләһе “Эшһөйәр ғаилә”, номинацияһына лайыҡ булдылар.
Тап ошондай саралар башҡорт телен үҫтереүгә, ғаиләләҙең статусын күтәреүгә ҙур өлөш индерә.